Новости
Башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы
Мәғарифты үҫтереү институтында колледждарҙа уҡыусы студенттар өсөн башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы үтте. Республика колледждарының 71-ендә башҡорт теле дәүләт теле, 46-һында туған тел булараҡ өйрәнелә .Ошо олимпиадала беҙҙең колледж уҡыусылары ла ҡатнашып,35 төркөм уҡыусыһы Кристина Ильина призер булды.Шулай уҡ 15 төркөм уҡыусыһы Сирбаева Әминә ла уңышлы ғына һөҙөмтәләр күрһәткән.Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ Кристинаны,Әминәне һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусы Кейекбирҙина Тәнзилә Шәфҡәт ҡыҙын! Афариндар!
2022-12-04 11:47
Made on
Tilda