Новости

«Ул бит тыуған ергә ҡот өҫтәргә Аҫыл шәхес булып яралған»

#ГБПОУЗАПК

«Ул бит тыуған ергә ҡот өҫтәргә
Аҫыл шәхес булып яралған»

7 февраль Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл айҡанлы Баймаҡ агросәнәғәт колледжы дөйөм ятағында " Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр" тигән темаға сара үткәрелде. “Кем ул Мортаза Рәхимов?” - тигән һорауға яуап эҙләп, студенттар бар ғүмерен тыуған республикаһына һәм Рәсәйенә хеҙмәт итеүгә арнаған бөйөк шәхесебеҙ тураһында тулы мәғлүмәт алды.

Сараны тәрбиәсе Йәнбирҙина А.Ә. үткәрҙе.
Made on
Tilda